НӨГӨШ БУЙҠАЙҘАРЫ.
Ғәлиә Кәлимуллина көйө һәм һүҙҙәрҽ.
ТЕКСТ.
1.Төн артынан ергә көн тыуа,
Көн күңелен таңғы ысыҡ йыуа.
Яр буйына усаҡ яғайыҡ,
Йәнебеҙгә булһын ул дауа.
2.Көтәйексе таңдар атҡанын,
Һыу буйҙарын томан япҡанын.
Көтәйексе анау офоҡтан
Беҙҙе һағынып ҡояш ҡайтҡанын.
3.Төн күҙенә шаршау эләйек,
Һөйөү серен икәү сисәйек.
Йәндәребеҙ күктә ҡауышҡан,
Хаҡҡайҙарын Ерҙә түләйек.
Ҡушымта:
Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан,
Нөгөш буйҡайҙары күк томан.
Таңдар атыр, ирер был томан,
Һағынам бит һине мин һаман.