Һағындым,һағындым ауылымдың
Йәм-йәшел сирәмле урамын
Шул урам буйлатып ҡайтҡанда уйланып
Йәшлеккә ҡайтҡан кеүек буламын
Һағындым ауылымдың,ҡырҙарын
Турғайлы киң баҫыу юлдарын
Шул юлдар уҙғанда,турғай йыр һуҙғанда
Иҫләйем йәшлегем йылдарын
Һағындым ауылымдың күлдәрен
Бөҙрә тал эйелгән күл ярын
Һандуғас һайрағас күңелгә моң тулғас
Иҫкә алам йәшлегем таңдарын
Һағынам,һағынам ауылымдың
Йәшлектә эҙ ҡалған ерҙәрен
Ҡайтҡанда эҙләйем эҙләмәй түҙмәйем
Йәшлектең табылмаҫ эҙҙәрен.