1. Хәтерҙә ул тыныс айлы кистәр,
Хәтерҙә бормалы һыу юлы.
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт,
Онотолмай Ағиҙел һылыуы.
2. Ул мине уттарҙа яндырҙы ла,
Тилмертте айырылыу ғазабы.
Ниңә һуң сәскәләй йәш ғүмерҙең
Ҡауышыу булманы аҙағы.
3. Юлдарҙа кәртәләр осратһағыҙ,
Күңелегеҙ булһала яралы,
Һеҙ иҫкә алығыҙ йәшләй һөйгән,
Беренсе яратҡан йәрҙәрҙе.